Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
19 Апрель 2019, 12:52

Ирекмәндәр ярҙамға киләсәк

Йыл башынан Рәсәй халҡы һанлы фор­матҡа күсә башланы. Салауат райо­нын­­да ла ул әүҙем бара. Районыбыҙҙың күп өлөшө һанлы тапшырыу зонаһына инә. Ошо юҫыҡта бар ауыл биләмәләрендә лә аңлатыу эше алып барыла. Заявка тапшырғандан һуң, һанлы приставканы тоташтырыуҙа һәм йүнәтеүҙә ирекмәндәр ярҙам итәсәк.

Райондың йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов әйтеүенсә, әлегә шул эштә әүҙем ҡатнашыусы ирекмәндәрҙең исемлеге төҙөлә. Уларҙың был йүнәлештә белеме булһын өсөн волонтерҙар махсус курстар ҙа үтәсәк. Шулай уҡ телевизорҙарҙы көйләү тураһында махсус буклеттар таратыласаҡ.

Белеүегеҙсә, һанлы сигнал тотмаған биләмәлә йәшәгән, пенсияға федераль өҫтәмә, социаль түләүҙәр алған пенсио­нерҙар, бала­лары булған аҙ тәьмин ител­гән ғаи­ләләр был йә­һәт­тән дәү­ләт ярҙа­мын алыу мөм­кинлегенә эйә. Респуб­ли­каның финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова белдереүенсә, ошо маҡсатҡа ҡаҙнаға 275 млн. һум һалынған. Аҡса спутник антенналарын ҡуйыуға һәм махсус приставкалар һатып алыуға йүнәлтелә. Салауат районында ошо ярҙам менән 161 хаҡлы ялдағы граждан һәм 86 аҙ тәьмин ителгән ғаилә файҙаланып ҡала ала.

Һанлы телевидение хеҙмәттәре буйынса һорауҙар тыуһа, 8-800-220-20-02 һандарына тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: