Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
12 Апрель 2019, 11:11

Һанлы телевидениеға күсеү – отошло

2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу форматҡа күсә башланы. Был эш “2009-2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла. Бөгөн беҙҙең районда ла һанлы телевидениеның ыңғай яҡтарын һынап ҡарап, башҡаларға тәҡдим итеүселәр етерлек. Шундайҙарҙың береһе – Юлай ауылында йәшәүсе Зөлфирә Исмәғилева һәм Альфред Мөхәмәтшиндар.

2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу форматҡа күсә башланы. Был эш “2009-2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла.

Бөгөн беҙҙең районда ла һанлы телевидениеның ыңғай яҡтарын һынап ҡарап, башҡаларға тәҡдим итеүселәр етерлек. Шундайҙарҙың береһе – Юлай ауылында йәшәүсе Зөлфирә Исмәғилева һәм Альфред Мөхәмәтшиндар.

– Былтыр йыл башынан һанлы телевидениеның 10 каналын ҡараһаҡ, Яңы йыл алдынан бөтөнләй 20 канал күрһәтә башланы. Приставканы Малаяҙ ауылындағы көнкүреш техникаһы магазинынан ни бары 850 һумға һатып алдыҡ. Алдан спутник телевидениеһын ҡарай инек. Уға түләргә кәрәк, һанлы телевидение бушлай булғанға, күпкә отошлораҡ килеп сыға, – ти улар.

Һанлы телевидениела төрлө каналдар күрһәткәнгә, ололар ҙа, балалар ҙа үҙ зауығына күрә тапшырыуҙар ҡарай ала. Мәҫәлән, Альфред Ғәлимйән улы төрлө матчтар ҡараһа, Зөлфирә Зиннәтулла ҡыҙы “Домашний” каналына өҫтөнлөк бирә. Кескәй ейәнсәрҙәре Ангелина иһә рәхәтләнеп “Карусель” каналында йәнһүрәттәр ҡарай.

Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген һәм башҡа ыңғай яҡтарын билдәләп үтергә мөмкин.


Һанлы телевидениены һайлаусылар абонент хаҡы түләмәй, йәғни тулыһынса бушлай 20 федераль каналды ҡарай һәм өс радиостанция тапшырыуын тыңлай ала. Билдәле булыуынса, һанлы телевидениеға күсеү сәбәпле, 3 июндән федераль телеканалдағы аналог телетапшырыуҙар туҡтатыла. Йәғни, мәҫәлән, Беренсе канал, Рәсәй-1 каналдары урынына ҡара экран сығыуы мөмкин. Шуға әлеге көндә телетапшырыуҙарҙы ябай антенна менән ҡараусыларға бөгөндән һанлы форматҡа күсеү сараһын күрергә кәрәк. Бының өсөн телевизорға махсус приставка һатып алыу мотлаҡ.
Район элемтә үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн һанлы телевидение вышкалары Ҡалмаҡтар, Свобода, Яҙғыйорт, Ахун, Арҡауыл ауылдары эргәһендә урынлашҡан. Уларға яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ та һанлы телевидение ҡарау мөмкинлегенә эйә.



Читайте нас: