Быйылдан республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса программа эшләй башлай. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөкләндереү эштәре фатир хужаларының теләк-тәҡдимдәре буйынса башҡарылырға тейешлеген талап итте. Йәғни күп фатирлы йортта йәшәүселәр ремонт эштәре төрөн, подъездың төҫөн һайларға бурыслы.
Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов уҙған аҙнала Малаяҙ ауылының быйыл йүнәтеләсәк подъездары торошон ҡарап сыҡты. Район үҙәгенең Коммунистик урамындағы 62, 64, 64/1, 67/2, 70-се һәм Мәктәп урамындағы 2/1-се йорттарындағы йәмғеһе 13 подъезды ремонтлау күҙаллана.
Әлбиттә, уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында һалынған ике ҡатлы йорттарҙың күбеһе бөгөн насар хәлдә. Урындағы коммуналь хужалыҡ фатир милекселәре иҫәбенә ҡайһы бер подъездарға ғына ағымдағы ремонт үткәргән. Ә бына был подъездарҙың ишек-тәҙрәләрен алмаштырыу, иҙән, баҫҡыс майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, почта йәшниктәрен яңыртыу талап ителә. Ә ҡайһыларында электр щиттары, үткәргестәрҙең торошо ҡурҡыныс, хатта ҡарайып янып сыҡҡандары ла бар. Щиттарҙың күбеһе асыҡ тора, унда тәмәке төпсөктәре, сүптәр ҙә ята – был янғын сығыу ҡурҡынысын тыуҙыра, бала-сағаға ла хәүефле.
Марс Кашапов, “Комус” йәмғиәте етәкселеген ҡаты тәнҡитләп, коммуналь хужалыҡ вәкиленә был етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ҡушты. Ә республика программаһы буйынса подъездарҙың тышҡы ишектәре – тимерҙән, тәҙрәләре пластиктан буласаҡ, иҙәндәргә керамик плитәләр йәйеләсәк, тышҡа ла, эскә лә яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, стеналары асыҡ төҫтәргә буятыласаҡ һ.б. эштәр башҡарыласаҡ. Был программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән.