Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
20 Ноябрь 2018, 12:44

Мөрсәлимдәрҙе ҡыш ҡурҡытмай

Торлаҡ йорттарҙы һәм социаль биналарҙы яңы ҡаҙанлыҡ йылыта

Быйыл йәй Мөрсәлим ауылының үҙәк ҡаҙанлығы һәм йылылыҡ селтәрҙәре тулыһынса яңыртып ҡоролдо. 54 млн. һум аҡса БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы аша бүленде. Төҙөлөш эштәрен Өфөнән “Газстройинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте июнь – сентябрь айҙарында башҡарып сыҡты.
– Октябрь башына күп фатирлы йорттарға һәм социаль объекттарға йылы бирелде, – тине Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садиҡов. – Яңы ҡаҙанлыҡ 15 торлаҡ йортто, участка дауаханаһын, балалар баҡсаһын, ауыл хакимиәте бинаһын, ә унда почта, һаҡлыҡ банкы бүлексәләре, китапхана, полиция участковыйы бүлмәһе урынлашҡан, янғын депоһын йылылыҡ менән тәьмин итә.
“Газстройинвест” ойошмаһы вәкиле Александр Бочкарев әйтеүенсә, ҡаҙанлыҡ блоклы конструкциянан тора, унда өс ҡаҙан урынлашҡан. Икеһе эшләһә, өсөнсөһө резервта тора. Ҡаҙанлыҡ автоматик режимда газ менән яғыла. Бынан тыш, ауылдың йылылыҡ селтәрҙәре лә алмаштырылған. Ер аҫтына йәмғеһе 3200 метрлыҡ торбалар һалынған, улар йылытылған. Был иһә йылылыҡты һаҡларға ярҙам итә.
Мөрсәлим ауылында заманса итеп төҙөлгән яңы объект йылылыҡ ҡына түгел, күп фатирлы йорттарҙың тирә-яғына йәм бирә. Ҡаҙанлыҡ биләмәһенә асфальт түшәлгән, бина тротуар плиталары менән уратып алынған. Ә киләһе йылға подрядсы ойошма биләмәне кәртәләп, эргә-тирәһен төҙөкләндереп, йәшелләндереүҙе күҙаллай.
Читайте нас: