Малаяҙ ауылының үҙәгендә тиҙҙән ял һәм йәйәүлеләр зонаһы барлыҡҡа киләсәк. Төҙөкләндереү эштәре “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы алып барыла.
Район үҙәгенең Коммунистик урамының бер өлөшө (“Алия” һәм “Аҡ ҡайын” магазиндары араһы) эшләнә. Райондың баш архитекторы Илдар Ямалыевтың әйтеүенсә, был эштәргә федераль һәм республика бюджеттарынан 4 млн. һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә видеоконференция бәйләнеше аша ошо маҡсатҡа финанс сараларының үҙләштерелеүе тураһында район етәкселегенә һорау биргәйне. Хакимиәт башлығы Марс Кашапов, подрядсы ойошма арҡаһында төҙөлөш эше оҙаҡҡа һуҙылыуын белдереп, уны быйыл тамамларға ышандырҙы.
Өфөнән аукцион аша килгән подрядсы ойошма сентябрҙә эшкә тотондо. Урынды тигеҙләп, ер аҫтынан электр үткәргестәр һуҙып, бағаналар ултыртылып, тимерҙән сүкелгән ҡоймалар ҡуйыла (һүрәттә), бордюрҙар өсөн материал килтерелгән. Ял зонаһы биләмәһенә асфальт түшәп, унда эскәмйәләр, фонарҙар, урналар урынлаштырыу күҙаллана.