Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
9 Октябрь 2018, 15:34

Яңы урамдарҙа уңайлыҡтар арта

Малаяҙ ауылының көньяҡ-көнсығыш микрорайоны урамдарында киләһе йылға һыу буласаҡ.

Малаяҙ ауылының көньяҡ-көнсығыш микрорайоны урамдарында киләһе йылға һыу буласаҡ.
Өфө ҡалаһының “Строитель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, ике йылға килешеү төҙөп, ошо микрорайонда 14 километр оҙонлоғонда 11 урамға һыу үткәрә башланы. Төҙөлөш эштәре 2019 йылдың көҙөнә тамамланасаҡ. Өлкән мастер Хәлит Шәрәфетдинов һөйләүенсә, әлеге мәлдә урамдарға соҡор ҡаҙылып, полиэтилен торбалар һалына. Траншея ҡаҙыуҙа ике “Volvo” тракторы эшләй. Барлығы 8 кеше йәлеп ителгән был эшкә. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Рифат Вәлиуллин хәбәр итеүенсә, проект ике йылға ҡаралған. Уның дөйөм суммаһы – 18 млн. һум. Быйыл шуның 9 млн. һумы үҙләштереләсәк. Көньяҡ-көнсығыш микрорайоны һыу менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Киләһе йылға ике һыу башняһы эшләнеп, Салауат урамы сатындағы һыу селтәренә тоташтырыласаҡ.
Читайте нас: