Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
14 Сентябрь 2018, 13:54

Ишембайҙа – хоккей майҙансығы

Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы проекты буйынса Ишембайҙа хоккей майҙансығы асылды

Ишембай ауылы биләмәһе ауыл­дарында спорт уйындары өсөн махсус май­ҙан ҡоролмалары юҡ ине. Үткән аҙнала унда хок­кей майҙансығы эшләнеп, сафҡа инде.
Яңы объектты асыу тан­тана­һында район ха­кимиәте вәкил­дәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡатау-Тамаҡ ҡала­һы­нан “Метал­пром­сталь” йәм­ғиә­тендә эшләү­се Валерий Ана­толь­евич Мур­заев ошо майҙан­сыҡты төҙөп бирҙе. Төҙөлөш өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы 230 мең һум аҡса бүлгән. Валерий Анатольевичтың быға тиклем ошондай майҙан төҙөү тәжрибәһе булған. Ҡатау-Тамаҡтың тирә-яғында 3 – 4 хоккей майҙаны төҙөгән. Төҙөүҙә уға урындағы ауыл халҡы Әлтәф Мөхәмәтдинов, Ралим Ғәҙелшин улы Рөстәм һәм ағаһы Фәнил менән ярҙам иткән. Шулай итеп, бер ай эсендә спорт уйындары өсөн урын әҙер булды. Майҙан йәйен футбол, башҡа уйындар өсөн уңайлы. Әле бында кейенеү-сисенеү өсөн бина ҡуйыласаҡ, тирә-яғын яҡтыртыу һәм скважина эшләтәсәктәр.
Ишембай ауылы биләмәһе башлығы Зилә Радмил ҡыҙы Шәйәхмәтова ауылдаштары исеменән ҙур рәхмәтен белдерҙе. Сарала шулай уҡ буласаҡ депутат Рифат Рузил улы Ғарипов та ҡатнашты. Ул үҙ сиратында хоккейсыларға кейем, коньки, клюшкалар, шайбалар алып бирәсәген вәғәҙә итте.
Тантанала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы етәксеһе Сергей Дмитриевич Гусев әйтеүенсә, партияның реаль эштәр, ҡала мөхите, балалар спорты, бәләкәй ҡала мәҙәниәте программаларын бойомға ашырыу маҡсатында районға 10 млн. һум бүленгән.
Был спорт ҡоролмаһы ауылды йәмләп торһон, киләсәктә буш тормаһын, ә илебеҙгә данлыҡлы чемпиондар үҫһен, халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланылһын, тигән теләктәрен дә белдерҙеләр тантанаға йыйылыусылар.
Читайте нас: