Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ мәнфәғәтендә
2 Февраль 2018, 12:40

Тәү сиратта – пассажирҙар мәнфәғәте

“Фараон” автобус агентлығы халыҡҡа уңайлы һәм сифатлы хеҙмәт күрһәтә

“Фараон” автобус агентлығы халыҡҡа уңайлы һәм сифатлы хеҙмәт күрһәтә

Ҡасандыр райондың бер ауылынан икенсе ауылына барыу оло мәшәҡәт тыуҙыра ине. Халыҡта “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Район етәкселеге менән үткәрелгән “тура бәйләнеш”тәрҙә, граждандар йыйылышында пассажирҙар йөрөтөү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала килде. Ә бына 2014 йылдан, Малаяҙ ауылында “Фараон” автобус агентлығы эшләй башлағас, был хәл ҡырҡа үҙгәрҙе.

Хәҙер йылы, уңайлы автобустарҙа тәғәйен урыныңа бер ҡыйынлыҡһыҙ барып ҡайтырға мөмкин. “Фараон” фирмаһы маршрутында бөгөн заманса йыһазландырылған туғыҙ берәмек автобус йөрөй. Бында тәжрибәле водителдәр эшләй, диспетчер хеҙмәте бар, Интернетта агентлыҡтың сайты асылған. Заказдар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә, тиергә мөмкин. Барлыҡ рейстар – даими һәм ҡәтғи графикка ярашлы. Автобусҡа заказ биргәс, диспетчер шылтыратып, уның номерын, ҡуҙғалыу ваҡытын һәм пассажирҙарҙы ултыртыу урынын хәбәр итә.

Тәүҙәрәк “Фараон” фирмаһы хеҙмәтенән студенттар файҙаланһа, хәҙер ул бар район халҡы өсөн уңайлы. Студенттар тигәндәй, элек үҙебеҙ Өфөлә уҡығанда нисек йөрөй инек һуң? Ауылдан, автобус булмаһа, йә кеше яллап, йә үткенсе машина менән Мөрсәлимгә барып, һуңынан “электричка”ла, Кропачево станцияһында икенсеһенә ултырып, баш ҡалаға мең михнәт менән барып етә торғайныҡ. Малаяҙ аша барһаң, бигерәк тә байрам көндәренән һуң, автобусҡа билет бөткән була. Ауылға ялға ҡайтҡанда ла – шул уҡ хәл.

Бөгөн иһә Өфөгә, бер ниндәй күсеп ултырыуһыҙ, туранан-тура рәхәтләнеп барып етәһең. “Фараон”дың маршрут селтәре йылдың-йылы киңәйә. Уңайлы сервис, арзан хаҡтары, көнөнә бер нисә рейс ойошторолоуы һәм хәүефһеҙлек гарантияланыуы пассажирҙарҙы күпләп йәлеп итә. Райондың яҡынса 20 ауылына автобустар йөрөй. Агентлыҡтың “Мерседес”, “Пежо”, “Форд”тарында район үҙәгенә үҙ йомошоң менән барып ҡайтырға ла мөмкин. Уның иң билдәле маршруттары: Малаяҙ – Нәсибаш – Лаҡлы юл саты – Башҡорт Илсекәйе – Мөрсәлим – Тирмән һәм Малаяҙ – Янғантау – Ахун – Мәсетле – Арҡауыл.

– Киләсәктә маршрут селтәрен киңәйтергә уйлайбыҙ. Район хакимиәте ярҙам итһә, Урмантау һәм Ташауыл ауылдарына рейс асырға ине. Ул яҡтан автобус һораусылар бик күп, – тине компанияның етәксеһе Игорь Стеблюков.

Предприятиеның үҙ гараждары бар, машина йыуыу станцияһы төҙөлгән, шуға күрә автобустар маршрутҡа таҙа сыға. Водителдәр рейс алдынан медицина тикшереүен үтә, ә пассажирҙарҙың билет һатып алғанда уҡ ғүмере һәм сәләмәтлеге страховкалана. “Фараон” кесе бизнес өлкәһендә намыҫлы эшләүсе предприятиеларҙан һанала, район ҡаҙнаһына һалым түләй, яңы эш урындары булдыра. Водителдәрҙең күбеһе урындағылар, улар рәсми эшкә алынған, хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала, социаль пакетҡа ла эйә.

Әлбиттә, хәҙер пассажирҙар йөрөтөү баҙарында көнәркәшлек тә (конкуренция) бар. Ләкин үҙебеҙҙең күнегелгән һәм һыналған маршрут автобусы компанияһына күптәр тоғро ҡала. Сөнки сит-ят ойошмаларға ышанып булмай. Бөгөн улар арзан хаҡы менән ылыҡтырып, артабан үҙ хеҙмәтен ҡиммәтәйтеп ебәрмәҫ, тип бер кем әйтә алмай.

“Фараон” агентлығы, пассажирҙар ташыу менән генә шөғөлләнмәй, район спортсыларын, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен төрлө сараларға ла йөрөтөүҙә ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, көрәшселәребеҙ – Ижевск ҡалаһына Рәсәй чемпионатына, ветерандарҙың үҙешмәкәр ансамбле республика фестиваленә барып ҡайтты. Ә мәктәп уҡыусылары, ошо автобустарҙа бер нисә барып, Өфө аквапаркын күрҙе. Салауат районында Рәсәйҙәге тәүге геопарк булдырылыуын иҫәптә тотоп, беҙҙә туристарҙы, ҡунаҡтарҙы һәм балаларҙы хеҙмәтләндерерлек үҙ автобус маршруты селтәрен нығытыуҙы ҡарау мөһимдер.


“Автобус мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән”

Арҡауыл һәм Мөрсәлим ауыл биләмәләре башлыҡтары Луиза Хәйретдинова һәм Альберт Садиҡов халыҡты автобус менән хеҙмәтләндереүҙән бик ҡәнәғәт. “Фараон” булғас, ауыл халҡы район дауаханаһы, Пенсия фонды, Күп функциялы үҙәк һәм социаль ярҙам күрһәтеү бүлегенә үҙ эше менән йөрөй ала.

“Эш тәртиптәре – аныҡ, хаҡтары осһоҙ. Беҙ халыҡ өсөн автобус мәсьәләһе тулыһынса хәл итеүенә шатбыҙ. Бүтән төрлө альтернативаны күрмәйбеҙ”, – ти Арҡауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Луиза Хәйретдинова.

Район халҡы ауылдар эргәһендәге юл буйында туҡталыштар ҡуйыуҙы һорай. “Фараон” был эште үҙ өҫтөнә алырға әҙер.


Пассажирҙар фекере

Альмира Ғәзимуллина, Тирмән ауылы:

– Мин көн һайын “Фараон” автобусында йөрөйөм. Тирмәндән Лағырҙағы Боксит мәктәп-интернатына эшкә барам. Лаҡлы сатына тиклем ни бары – 50 һум, таксиға 300 түләргә тура килә торғайны.

Фәнүзә Ғибаҙуллина, Тирмән ауылы:

– Бик уңайлы маршрут. Тирмәнгә тағы бер рейс өҫтәүҙәрен һорайбыҙ.

Рима Абзалова, Нәсибаш ауылы:

– Был хеҙмәттән бик ҡәнәғәтбеҙ. Малаяҙға уңайлы, йылы һәм таҙа автобустарҙа ғына эшкә йөрөйөм.


Читайте нас: