Район хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың тырышлығы һәм эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән ауылда ФАП асылды. Был тәңгәлдә ҙур эш башҡарылды: мәктәптең ике кабинеты төҙөкләндерелде, тәҙрәләре алмаштырылды, пунктҡа айырым инеү урыны булдырылды. Яңы ФАП заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, тейешле медицина ҡорамалдары, йыһаз менән тәьмин ителгән, сирлеләрҙе ҡабул итеү, процедуралар, ололар һәм балалар өсөн бүлмәләр, хужалыҡ блогы бар. Пунктта йылы, яҡты, иркен, унда бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереүҙә район эшҡыуарҙары, хужалыҡ етәкселәре һәм башҡалар ҙур өлөш индерҙе. Шулай уҡ "Янғантау" шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашевтың да ярҙамы тос булды.
Пунктты асыу тантанаһында район етәкселәре, ауыл халҡы, балалар ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов иң изге теләктәрен еткереп, районда алдағы йылдарҙа тағы ла 10 ФАП-тың асылыуы күҙалланыуын әйтеп үтте.
Үкенескә күрә, әлегә медпунктта халыҡты хеҙмәтләндерергә фельдшер юҡ. Бәлки, унда йәш белгес тә эш башлар. Сөнки ауыл еренә ҡайтҡан фельдшерҙарға эшкә урынлашыу менән бер рәттән, республика Хөкүмәте тарафынан 500 мең һум күләмендә матди ярҙам да биреү ҡаралған.