Хәтер
25 Сентября , 13:01

Салауат районында милли батырҙы иҫкә алдылар

Бөгөн халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың Хәтер көнөнә ҡарата уның бюсына сәскә һалынды.

Салауат районында милли батырҙы иҫкә алдыларСалауат районында милли батырҙы иҫкә алдылар
Салауат районында милли батырҙы иҫкә алдылар

Иҫтәлекле сара Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейы биләмәһендә үтте. Унда әле ҙур төҙөкләндереү эштәре бара.  

Тантанала Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, башҡорт ырыуҙары Советы башлығы Вельмир Аҙнаев, тарих фәндәре кандидаты, доцент, милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм Башҡортостан тарихы мәсьәләләрен тикшереүсе Нурислам Ҡалмантаев, район прокуроры Филүс Гәрәев һ.б. ҡатнашты. Шулай уҡ был сараға башҡорт ырыуҙарының ҡор баштары ла килгәйне.

Тантананы “Юлдаш” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле “Батыр Салауат” йыры (Нурислам Низаметдинов һүҙҙәре, Илфат Ямалиев музыкаһы) менән биҙәне. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев батырҙың “Яу” шиғырын  һөйләп ишеттерҙе.

Башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Салауат Юлаевтың Хәтер көнө иртәгә, 26 сентябрҙә, билдәләнә. Уның вафат булыуына быйыл 226 йыл тула (1754–1800). Иртәгә Тәкәй ауылы урынындағы “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексында шуға арналған иҫтәлекле сара уҙғарыласаҡ. Батырыбыҙҙың рухы мәңге хәтерҙә!

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас