Хәтер
8 Мая , 18:00

Һуғыш балалары – күңел яралары

Дүрт йылға һуҙыл­ған Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яу яланында ғына түгел, тылда ла еңелдән булмай: яҡындары тиҙерәк еңеп ҡайтһын өсөн ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро менән бер рәттән быуындары ҡатып та өлгөрмәгән бала-саға, үҫмерҙәр ҙә бил бөгә. Уларҙың аслыҡ-яланғыслыҡта үткән ауыр тормошо хаҡында беҙ китаптарҙан уҡып, кинофильмдарҙан ҡарап һәм оло быуын вәкилдәренең һөйләүенән ишетеп беләбеҙ.Харис Әхмәҙулла улы (1933 йылғы), Фәйрүзә Хатмулла ҡыҙы (1936) Сафуановтар – Икенсе Иҙелбай ауылында һуғышҡа тиклем тыуған балалар.

Һуғыш балалары – күңел яраларыҺуғыш балалары – күңел яралары
Һуғыш балалары – күңел яралары

Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килә, ҡарттайыма – 8, ә ҡәртнәйемә ни бары 5 йәш кенә була. Шулай ҙа ул ауыр йылдарҙы улар онотмай.
“Һыйыр булғас, асҡа үлмәнек. Ҡатыҡ, һөт булды. Серегән бәрәңгенән бешерелгән көлсә тәмле була торғайны. Яҙ-йәй көнө һәр төрлө үлән менән туҡландыҡ. Кейем юҡ, мал тиреләрен иләйҙәр ҙә шуны ҡыҫҡа ғына итеп телогрейка һымаҡ тегеп алалар. Тире менән ишектәрҙе тышлайҙар, хатта беҙ шуны ҡырҡып алып, имеп йөрөй торғайныҡ”, – тип шанлы йылдарҙы йыш иҫкә төшөрә ине ҡәртнәйем менән ҡарттайым.
1957 йылда өйләнешеп, алты балаға ғүмер бирәләр, икәүһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй саҡтарында уҡ вафат була. Дүрт балаһын үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтыралар.
Ҡарттайым колхозда тракторсы, механик була, ә ҡәртнәйем һауынсы булып эшләй. Икеһе лә эшкә уңған, эшһөйәр була. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен бик күп почет грамоталары, миҙалдар дәлилләй. Шифаханаларға путевка менән бүләкләнәләр.
Йорт-ҡаралтылары ла балҡып тора уларҙың. Ихатаға килеп инеү менән, хужаның уңған ҡулдары сағыла, ә өйҙә уңған хужабикәнең бөхтәлеге, өҫтәл тулы ризығы ҡаршы ала. Бик татыу, күркәм, өлгөлө йәшәнеләр ҡарттайым менән ҡәртнәйем.
Был дәһшәтле йылдар беҙҙән йырағая барһа ла, уның әселеге “һуғыш осоро балалары”ның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Ауыр һуғыш йылдарын иҫкә төшөрөп, беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә, һөйләй торғайнылар. Икмәктең ҡәҙерен белеп, тормошҡа зарланмай, ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәгеҙ. Бүтән ундай һуғыштар булмаһын, тигән теләк менән йәшәнеләр.
Харис ҡарттайым – 85 йәшендә, Фәйрүзә ҡәртнәйем 89 йәшендә, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, баҡыйлыҡҡа күсте. Тыныс йоҡлаһындар, ҡәҙерлеләребеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә, һуғыш осоро балалары!

Фото: Харис һәм Фәйрүзә Сафуановтар балалары менән 

Айгөл Юлдашева.
Яңы Уренгой ҡалаһы.

Автор:Лилия Рамазанова
Читайте нас