

Тантана бер үк ваҡытта сәғәт 10.50-нән 11.20 сәғәткә тиклем берҙәм тауыш оҙатыуы буйынса уҙғарыла. Ул иртәнге 11.00-ҙә бер минутлыҡ тынлыҡты үҙ эсенә ала.
Акцияны “Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” хәрәкәтенең төбәк штабы һәм һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ойоштора, тип хәбәр итә “Республика Башкортостан” гәзите.
Ул ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа үтәсәк. Ойоштороусылар тантананы эш урындарында, уҡыу кабинеттарында, тамаша һәм спорт залдарында һәм башҡа майҙансыҡтарҙа уҙғарырға, шул уҡ ваҡытта бөтә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә саҡыра. Сарала ҡатнашыусыларға еңеүсе һалдатының фотоһы менән бейдж һәм Георгий таҫмаһы тағып, уны хөрмәтләп иҫкә алырға тәҡдим ителә.
Бер минут тынлыҡ – мәңге халыҡ хәтере һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, фашизм ҡорбандары тураһында ҡайғы уртаҡлашыу билдәһе ул, тип хәтергә төшөрә акцияны ойоштороусылар.
Фото: Альберт Заһиров, “РБ”.