Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Март , 18:55

Башҡортостан Башлығы: Һәр муниципалитетта МХО-ла ҡатнашыусыларға мемориал асыла

12 мартта Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориалына сәскәләр һалды.    

Башҡортостан Башлығы: Һәр муниципалитетта МХО-ла ҡатнашыусыларға мемориал асыла
Башҡортостан Башлығы: Һәр муниципалитетта МХО-ла ҡатнашыусыларға мемориал асыла

Мемориаль комплекс «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 19,5 миллион һум тотонолған.

«Ватанды һаҡлаусыларға» мемориалы ауылдың үҙәк, иң иҫтәлекле урыны булып тора. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙға мемориал 2009 йылда төҙөлгән. Скульпторы – Владимир Дворник. Скульптура композицияһында – «Ҡайғырыусы әсә», мәңгелек ут, Советтар Союзы Геройҙары Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы, Ведерников Николай Степанович, Сәйетов Ғәбделхәй Сәйет улы, Хәйҙәров Әмир Сөләймән улының бюстары, һәләк булған яугирҙәргә һәм һуғышта 5 һәм унан күберәк улын юғалтҡан әсәләргә иҫтәлекле таҡтаташтар, яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙға – яугир-интернационалистарға һәм Төньяҡ Кавказда илебеҙҙе һаҡлаусыларға иҫтәлекле гранит плитәләр.

«Беҙҙең республикала һәләк булған геройҙарға айырым мөнәсәбәт. Ҡайһы тораҡ пунктҡа барһаң да, унда мотлаҡ обелиск бар. Алда беҙҙе ҙур эш көтә. Һәр муниципалитетта, Өфөләге кеүек үк, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мемориал булырға тейеш», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-03-12/glava-bashkirii-v-kazhdom-munitsipalitete-budet-memorial-uchastnikam-svo-4611572

Азат Ғиззәтуллин.
 
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ».
Автор: "Башинформ"
Читайте нас