

14 мартта Өфөлә “Ватандаш” журналы редакцияһы “Батырҙар эҙһеҙ юғалмай” тип аталған 3-сө акцияһын үткәрә. Акцияның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында юғалған туғандарҙы эҙләп табыуҙа ярҙам итеү. Акция Башҡортостан Республикаһында “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” төбәк бүлексәһе ағзалары менән берлектә уҙғарыла һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала.
Башҡортостан Эҙәрмәндәр отрядтары фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында республика буйынса хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә 127 000 һалдат һәм офицер иҫәпләнә. Эҙләү төрлө объектив сәбәптәр арҡаһында ҡатмарлаша: Советтар Союзының тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәттәр базаһының юҡлығы, архивтарҙың емерелеүе, иҫәпкә алыуҙың түбән аныҡлығы, һөйәктәрҙе идентификациялау менән проблемалар, төбәктәрҙә топонимиканың үҙгәреүе, финанслауҙың етмәүе һәм башҡалар.
Әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары: эҙләнеү эшендә ярҙам итә алған фронттан хаттар, фотоһүрәттәр һаҡлана. Хаттарҙа ялан почтаһының номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт аша хәрби хеҙмәткәрҙең званиеһын белергә мөмкин.
Бынан алдағы “Бытырҙар эҙһеҙ юғалмай” акцияларында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә кешеләр туғандарының ҡәберлеген белә алды, ниндәй фронттарҙа һуғышыуҙарын һәм кемдәр менән хеҙмәт итеүҙәрен, ниндәй госпиталдәрҙә дауаланыуҙарын асыҡланы. Айырыуса үҙенең өс геройы тураһында мәғлүмәттәр таба алған билдәле ғалим Юлай Псәнчиндың миҫалы быға өлгө булып тора. Ул тәүге тапҡыр олатаһының награда ҡағыҙын күреп, уның батырлығы хаҡында белде.
Олатайығыҙҙың йәки ҡарт олатайығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ ҙә, әммә быны үҙаллы эшләй алмаһағыҙ, 14 мартта Матбуғат йортона 10.00-дан 15.00 сәғәткә тиклем килә алаһығыҙ (12+). Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.
Үҙегеҙ менән юғалған һалдат тураһында бөтә билдәле яҙма мәғлүмәттәрҙе алығыҙ, Эҙләү анкетаһын тултырығыҙ.
АНКЕТА ПОИСКА защитника Отечества, пропавшего без вести в годы Великой Отечественной войны.
1. Ф.И.О. военнослужащего.
2. Дата, месяц, год рождения.
3. Место рождения.
4. Военкомат призыва.
5. Дата, месяц, год призыва.
6. Партийность.
7. Образование, по какой специальности.
8. Какое учебное заведение окончил.
9. Воинское звание на момент призыва.
10. Семейное положение.
11. Для женатых — Ф.И.О. жены и количество детей.
Для холостых — Ф.И.О. отца и матери.
12. Где проживала семья с 1941 по 1948 годы с учетом перемещений (переездов).
13. Сведения о ранении: населенный пункт, где лежал в госпитале, месяц и год.
14. Кто был призван с ним в один день и вернулся, Ф.И.О. вернувшихся (что известно).
15. Полученные извещения, их копии или содержание.
16. Если родные писали запросы на розыск — копии ответов.
17. Копии писем с фронта (лучше сканы).
18. Фотографии с фронта, записи с оборота (сканы).
19. Всё, что еще со слов родных можете добавить (если есть точная информация).
20. Индекс, адрес, телефоны (сотовый и городской), Ф.И.О. того, кто ищет, и степень родства.