Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Февраль , 16:30

Радий Хәбиров Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың күп милләтле халҡы исеменән Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Радий Хәбиров Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Хәрби көстәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡатнашты. Һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған монументты 2022 йылдың октябрендә, Республика көнөндә астылар. Уны 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре һәм Тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен биргән барлыҡ ватандаштарыбыҙ иҫтәлегенә төҙөнөләр.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Радий Хәбиров Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас