Республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Хәрби көстәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм Өфө халҡы ҡатнашты.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң яу яланында һәләк булған Ватан һаҡсыларын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Журналистар менән әңгәмәлә республика Башлығы Ватанды һаҡлау өсөн ғүмерҙәрен биргән яугирҙәр хаҡында хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙҙең илдә һәр быуындың үҙ геройҙары бар – Бөйөк Ватан һуғышында фронттарында алышҡандар, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндәр, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнашҡандар, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер беҙҙең егеттәр махсус хәрби операцияла һуғыша. Һәм беҙ уларға иҫән-һау һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтырға теләйбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.