Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
17 Июль 2025, 17:35

Радий Хәбиров Николай Гастелло һәйкәленә сәскәләр һалды

17 июлдә Өфөлә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройы, осоусы Николай Гастелло һәйкәленә сәскәләр һалды.

Радий Хәбиров Николай Гастелло һәйкәленә сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Николай Гастелло һәйкәленә сәскәләр һалды

Тантанала Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко, предприятиеның элекке етәкселәре – Ростех Дәүләт корпорацияһының авиация программалары буйынса идара итеүсе директоры Александр Артюхов һәм «Хели-драйв» компанияһының генераль директоры Юрий Пустовгаров, шулай уҡ республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет вәкилдәре, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.

Билдәләп үтәйек: Николай Гастелло һәйкәле Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә 1985 йылда асылған. Герой Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, «утлы таран» яһап, бомбардировщигын дошман колоннаһына йүнәлтеүе менән дан тота. Һәйкәлдең авторы – БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Александр Панов.

Сәскә һалыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән аралашты, шулай уҡ Николай Гастелло һәйкәле урынлашҡан скверҙы ҡараны.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-f-motorar-eshl-berekmene-100-yyllyy-hrmten-nikolay-gastello-yklen-ssklr-aldy/ 

Автор:
Читайте нас