Тантана Һамарҙа уҙҙы, унда Һамар өлкәһе губернаторы Вячеслав Федорищев һәм яугирҙың элекке хеҙмәттәштәре ҡатнашты, тип хәбәр итә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте.
"Һәр һалдаттың тормошонда ҡаһарманлыҡ ваҡыты етеүе мөмкин. Ғаилә, Тыуған ил, хәрби иптәштәр һәм тыныс граждандар өсөн. Һеҙҙең тормош иптәшегеҙ, улығыҙ һәм атайығыҙ кеүек бындай офицерҙар - әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта торғандар өсөн намыҫ һәм батырлыҡ өлгөһө. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Рәсәй Президенты указы менән полковник Андрей Колпаковҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде", - тине Игорь Комаров.
"Республика Башкортостан" гәзите яҙыуынса, былтыр сентябрь башында полковник Андрей Колпаков һауа разведкаһы барышында пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында дошмандың йәшерен пунктын абайлай. Ул оборонаға торорға бойороҡ бирә һәм артиллерияны ут позицияһына урынлаштыра. Һөҙөмтәлә дошмандың терәк пунктын тар-мар итеүгә өлгәшә, дошман сафы ҙур юғалтыу кисерә. Бынан тыш, залп менән янаған ике реактив система юҡҡа сығарыла. Шунлыҡтан оборона рубежын өҙөүгә юл ҡуйылмай. Әммә сигенгәндә беҙҙең разведка төркөмөн күреп ҡалып, дошман ракета менән һөжүм итә. Андрей Колпаков шунда уҡ үҙенең личный составына ышыҡланырға бойора. Полковник төркөмдөң иң һуңғыһы була, ахыр сиктә ул хәрби иптәштәрен окопҡа төртөп төшөрә, ҡалған ике егетте ҡаплап өлгөрә. Шул рәүешле ул яугирҙәрҙе үҙ ғүмерен биреп ҡотҡара.
"Барлыҡ егеттәргә һәм командованиеларға Андрейға ышанғандары өсөн рәхмәт. Улым менән ғорурланам", - тине Рәсәй Геройының атаһы полковник Валерий Колпаков.
Андрей Колпаков Ульяновскиҙа тыуған, Силәбе юғары танк команда училищеһын, һуңынан танк институтын тамамлаған. Тәүҙә танк взводы, һуңынан рота, батальон командиры вазифаһында хеҙмәт итә. 2017 йылда ваҡытынан алда запасҡа сығарыла.
Фото: pfo.gov.ru.