Тантаналы сарала Рәсәй Геройҙары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветеран ойошмалары һәм хәрби берләшмәләр вәкилдәре, хөкүмәт ағзалары һәм республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡатнашты, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.
- Был байрамды беҙ тулҡынланып ҡаршы алабыҙ. Еңеү көнө беҙҙең тормошта, айырыуса хәҙер, ошо ябай булмаған заманда мөһим урын биләй. Беҙ ҡот осҡос һуғышта еңеү яулаған ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығына мөрәжәғәт итәбеҙ, байрамдың әһәмиәтен аңлайбыҙ. Атай-олатайҙарыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙәре, фашистар армияһын тар-мар итеүҙәре өсөн айырым рәхмәт. Беҙ үҙ геройҙарыбыҙҙы иҫләргә тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 11 октябрендә Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Нәҡ Совет майҙанында 1942 йылдың мартында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙәрҙең фронтҡа китергә әҙер булыуҙары тураһында еткерә.
Фото: Александр ДАНИЛОВ, "Республика Башкортостан" гәзите