Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Май , 20:32

Андрей Назаров: "Ғәзи Заһитовтың ҡаһарманлығы оҙаҡ ваҡыт күләгәлә ҡала"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бөйөк Ватан һуғышы геройы Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыу тураһында һөйләне.

Андрей Назаров: "Ғәзи Заһитовтың ҡаһарманлығы оҙаҡ ваҡыт күләгәлә ҡала"
Андрей Назаров: "Ғәзи Заһитовтың ҡаһарманлығы оҙаҡ ваҡыт күләгәлә ҡала"

«Мишкә районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы оҙаҡ йылдар күләгәлә ҡалды: бер нисә йыл элек кенә сер итеп һаҡланған материалдар асыла. 1945 йылдың апрелендә Заһитов иптәштәре менән Рейхстагтан алыҫ түгел ерҙә разведка үткәрә. Разведка һөҙөмтәләре тураһында шунда уҡ етәкселеккә хәбәр итәләр. 30 апрелдә капитан Владимир Маковтың штурмлау төркөмө составында Заһитов Рейхстагка бәреп инеп, күкрәге яраланған килеш, тәүгеләрҙән булып бина өҫтөнә Ҡыҙыл Байраҡты ҡаҙай», - тип хәтергә төшөрҙө ҡаһарман яҡташыбыҙ тураһында Премьер-министр.

Андрей Назаров республика халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы һәм бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар илебеҙ тарихына яңы героик биттәр яҙыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Республика Башкортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфөлә Республика Хәрби Дан музейы янында Еңеү паркында Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асылды.

Фото: Александр ДАНИЛОВ, "Республика Башкортостан" гәзите.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: