Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Май , 20:05

Салауат районы гәзите журналистары "Еңеү тәҙрәһе" һәм "Үлемһеҙ полк" акцияларына ҡушылды

"Йүрүҙән" гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, "Еңеү тәҙрәһе – Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй хәтер акцияһына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олаталары, ҡарт олаталарының фотоһүрәттәрен махсус рамдарҙа биҙәп тәҙрәгә беркетте.

Салауат районы гәзите журналистары "Еңеү тәҙрәһе" һәм "Үлемһеҙ полк" акцияларына ҡушылды
Салауат районы гәзите журналистары "Еңеү тәҙрәһе" һәм "Үлемһеҙ полк" акцияларына ҡушылды

"Йүрүҙән" гәзитенең тәүге мөхәррире Ғафаров Хатмулла Абдулла улы һәм мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Буранғолов Айҙар Ғиниәт улы фронттан ҡайтып, район матбуғатын үҫтереүгә ҙур көс һалған. Редакция хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары уларҙың ҡаһарманлығын хәтерҙә һаҡлай.

#Йүрүҙән_гәзите #БөйөкЕңеү2024 #ҮлемһеҙПолк #ОкнаПобеды #БессмертныйПолк

Салауат районы гәзите журналистары "Еңеү тәҙрәһе" һәм "Үлемһеҙ полк" акцияларына ҡушылды
Салауат районы гәзите журналистары "Еңеү тәҙрәһе" һәм "Үлемһеҙ полк" акцияларына ҡушылды
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: