Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата китапхана фондтарының һаҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре китап күргәҙмәһе әҙерләгән. Унда Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бәйән ителәсәк һәм яу яландарында булған фажиғәне асып бирәсәк В.О. Богомоловтың «Иван», «В августе сорок четвёртого», «Первая любовь», В.П. Астафьевтың «Так хочется жить», «Прокляты и убиты», «Где-то гремит война», Ю.В. Бондаревтың «Горячий снег», «Тишина», «Искушение», Юлия Друнинаның «Светлокосый солдат», «Окопная звезда», «Стихи о войне» һ.б. китаптар ҡуйылған.
Күргәҙмәне май аҙағына тиклем БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли башҡорт китапханаһының төп корпусы фойеһында ҡарарға мөмкин, тип хәбәр ителә Милли китапхананың рәсми төркөмөндә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4.
#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает