Фото: Александр ДАНИЛОВ
«Бер минут тынлыҡ» акцияһы бөтә Башҡортостан буйлап бер үк ваҡытта уҙғарыла. «Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу» тантанаһы урындағы ваҡыт менән 10.50-нән 11.20 сәғәткә тиклем барасаҡ.
Эш урындарында, уҡыу кабинеттарында, тамаша һәм спорт залдарында йәки асыҡ һауала һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға мөмкин. Акцияла теләге булған һәр кем, республика ҡала һәм райондарының барлыҡ берекмәләре ҡатнаша ала.
«Сарала ҡатнашыусыларға Еңеүсе һалдаттың фотоһы һәм Георгий таҫмаһы менән бейдж тағырға, шул рәүешле уға хөрмәт һәм иҫтәлек күрһәтергә, тирә-йүндәгеләргә үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын һәм Еңеү көнөнә ҡарата мөнәсәбәтен күрһәтергә кәңәш ителә», - тип һөйләнеләр «Республика Башкортостан» гәзитенә «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабында.
Фото: «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте штабы.