Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Андрей Павлович Мигунов көслө, ҡыйыу кеше ине, ул үҙ бурысына ахырынаса тоғро ҡалды. Ул үҙенең һуңғы алышында ҡатнашмаһа ла була ине. Әммә үҙе ҡарар ҡабул итеп, танк менән беҙҙең полк баҫып алған сиктәрҙе ҡаплай һәм дошманға беҙҙең позицияларҙы биләргә мөмкинлек бирмәй. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, хәрби бурысын үтәй. Башҡортостандың батыр улына, ысын офицерға мәңгелек дан», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Андрей Мигунов 2023 йылдың 17 майында Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, «Башҡортостан» полкы составында махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Алыштарҙың береһендә офицер батырҙарса һәләк булды. Андрей Павловичты Ғафури районының Красноусол ауылында ерләнеләр, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы.