Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Декабрь 2023, 18:42

Башҡортостан – Геройҙар төйәге

Радий Хәбиров республика халҡын Ватан Геройҙары көнө менән ҡотланы.

Башҡортостан – Геройҙар төйәге
Башҡортостан – Геройҙар төйәге

Бөгөн, 9 декабрҙә, Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо иҫтәлекле көн менән ҡотланы һәм МХО Геройҙарының исем-шәрифен телгә алды.

"Бөгөн – Ватан Геройҙары көнө. Махсус хәрби операция барышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән егеттәребеҙҙең батырлыҡтарын һәр саҡ иҫләйәсәкбеҙ.

Өфө егете Максим Серафимов граната ҡаплап, иптәштәрен үлемдән ҡотҡарҙы. Әбйәлил районынан Тамерлан Илһамов ракетаға ҡаршы һуғыш ваҡытында, подразделениеның һәләк булыуына юл ҡуймай, утты үҙенә ҡабул итте. Яңауыл районынан Игорь Нәсибуллин үҙенең танкыһы менән яраланған хеҙмәттәштәрен эвакуациялауҙа ҡапланы. Контузия алған иптәшенә янған танктан сығырға ярҙам иткәндә, үлемесле яралана.

Әлшәй районынан Алмаз Сафин парашют-десант взводына командалыҡ итә. Үлемесле яраланған сағында уҡ иптәштәренең хәрәкәтенә етәкселек итеүен дауам итә. Һөҙөмтәлә дошмандың төп йүнәлештәренең береһендә сиген һаҡлап ҡалып, уны сигенергә мәжбүр итә. 

Бөрө районынан Борис Дудкоға батырлығы өсөн рәхмәтлебеҙ. Уның етәкселегендәге танк ротаһы дошмандың нығытылған районын ала. Уның экипажы 7 танкыны, бихисап пехотаны юҡ итте. 

Октябрьский ҡалаһынан Степан Белов 2022 йылдың 24 февраленән Донбассты яҡлай. Былтыр ғына уның етәкселегендәге танк ротаһы 20 танкыны, 9 хәрби пехота машинаһын һәм шаҡтай күп һанлы дошмандың тере көсөн юҡ итте. Өфөнән Денис Чернавин – айырым вертолет полкы командиры. Уның иҫәбендә – 400-ҙән ашыу хәрби осош. Ул дошмандың 82 бронялы техника берәмеген, 2000-дән ашыу боевикты юҡ итте.

Уларҙың барыһы ла илебеҙҙең юғары наградаһы – Рәсәй Геройының «Алтын Йондоҙ»она лайыҡ булды".

Ғөмүмән алғанда, Башҡортостанда бөтәһе 299 Советтар Союзы Геройы, 47 Дан орденының тулы кавалеры, 37 Рәсәй Федерацияһы Геройы бар.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: