Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Июль 2023, 16:10

Башҡортостанда билдәле шағир Ирек Кинйәбулатовты иҫкә алалар

Шәмбе, 15 июлдә, танылған башҡорт шағиры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Диңгеҙ йыйылышының почетлы ағзаһы Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тула.

Башҡортостанда билдәле шағир Ирек Кинйәбулатовты иҫкә алалар
Башҡортостанда билдәле шағир Ирек Кинйәбулатовты иҫкә алалар

Был көндө шағирҙы тыуған төйәгендә, республиканың Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында иҫкә алалар.

Иҫке Бәпес ауыл советы хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин хәбәр итеүенсә, Ирек Кинйәбулатовҡа арналған иҫтәлекле сарала уның ауылдаштары, туғандары, билдәле шағирҙар, Яҙыусылар союзы ағзалары, шулай уҡ рәсми кешеләр ҡатнаша.

Ҡунаҡтар шағирҙың ҡәберенә бара, сараның төп майҙанында шағирҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре үҙҙәренең иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Ошонда уҡ Ирек Кинйәбулатовтың иҫтәлегенә арналған концерт була, унда республиканың танылған артистары, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина сығыш яһай.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-07-11/respublikala-bild-le-sha-ir-irek-kiny-bulatovty-i-k-alalar-3335816 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: