Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Декабрь 2022, 16:41

Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә

Бөгөн Малаяҙ ауылының Мәҙәниәт һәм ял паркында Ватан Геройҙары көнө уңайынан митинг үтте. Унда район етәкселеге, ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә
Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә

Рәсәй һәм Башҡортостандың Дәүләт гимндары яңғырағас, һәләк булған яугирҙәр бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов һәм район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов Еңеүсе һалдат һәйкәленә венок һалды. Митингыла ҡатнашыусылар ҙа һәйкәлгә сәскәләр һалып, батырҙарға баш эйҙе.  

Белешмә өсөн

9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата 2007 йылдың 28 февралендәге "Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары һәм хәрби дан көндәре тураһында" ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында "ғы Федераль закон менән раҫланған. Был байрам – иң почетлы дәүләт наградаларына – Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары исемдәренә, Дан һәм Изге Георгий ордендарына лайыҡ булғандарға юғары дәүләт һәм йәмәғәт ихтирамы билдәһе.   

Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә
Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә
Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә
Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә
Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә
Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә
Батырҙар – мәңгелек хәтерҙә
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: