Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Май 2022, 08:05

Атайыбыҙ – ғорурлығыбыҙ

Яҙ еткәс, 9 майҙа Еңеү байрамын ҡаршылайбыҙ. Йыл һайын һуғыш ветерандарын тәбрикләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ветерандарыбыҙ ҡалманы. Ләкин улар онотолмай, беҙҙең иҫтәлектәрҙә йәшәй. Бына мин дүрт йыл һуғышҡан, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, колхозды аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалған атайымды тағы иҫкә алам.

Атайыбыҙ – ғорурлығыбыҙ
Атайыбыҙ – ғорурлығыбыҙ

Ул – Низаметдинов Мансар Низаметдин улы. 1919 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Йәшләй генә етем ҡала. 1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби юлын Сахалинда Оха ҡалаһында башлай. Архив материалдарына күҙ һалғанда, 1939 йылдан 1940 йылға тиклем Приморьела уҡсылар полкы мәктәбендә курсант була. 1940–1941 йылдарҙа – Себер хәрби округының Хабаровск ҡалаһындағы минометсылар училищеһы курсанты. 1941 йылдың авгусынан алып шул уҡ йылдың октябренә тиклем 1244-се уҡсылар полкында 347-се дивизияһы миномет ротаһының командиры була. Һуңынан 374-се уҡсылар дивизияһына миномет батальоны командиры итеп тәғәйенләнеп, Волхов фронтында һуғыша. 1942 йылдың авгусынан шул уҡ йылдың декабренә тиклем шунда уҡ штаб начальнигы итеп күсерелә.
Һуңынан Ленинград фронтында уҡсылар дивизияһында өлкән адъютант булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың ғинуарында яралана һәм майға тиклем госпиталдә ята. Дауаланып сыҡҡас, 1-се Украина фронтында 72-се уҡсылар дивизияһының полк командиры урынбаҫары була.
1945 йылдың декабрендә капитан званиеһында запасҡа оҙатыла. 26 йәшлек Мансар Низаметдин улы тыуған яғына ҡайтып, ең һыҙғанып колхозды аяҡҡа баҫтырыуға тотона. Ул парторг та, агроном да булып эшләй. 1960 йылда атайыбыҙҙы Салауат районының зона секретары итеп тәғәйенләйҙәр, әммә 2-се төркөм инвалиды булғанға, эшләй алмай.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булғаның өсөн һинең менән, атай, ғорурланабыҙ! 227-се бойороҡто намыҫ менән үтәгәнең өсөн ғорурланабыҙ! Колхоз, халыҡ өсөн һуңғы көсөңдө йәлләмәгәнең өсөн ғорурланабыҙ! Балаларың өсөн генә түгел, ейән-ейәнсәрҙәреңә өлгө булғаның өсөн ғорурланабыҙ!
Зәйнәб Садиҡова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Тирмән ауылы.

Автор:
Читайте нас: