-4 °С
Болотло
Мәжит Алкин оҙон көй йырҙарының классик өлгөләрен: «Азамат»ты, «Сәлимәкәй»ҙе, «Урал»ды, «Һандуғас»ты һәм башҡа айырыуса тойғоло башҡарыуы менән билдәлек яулаған. Йырсының репертуары башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәренән ғибәрәт.
Шулай уҡ ул — 40-тан артыҡ уҡытыу-методик хеҙмәттәр, 50 башҡорт халыҡ йырын нотаға һалыусы автор ҙа. 2011 йылда «сәнғәт фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған.
Мәжит Алкин Салауат районында, үҙенең тыуған ауылы Әлкә зыяратында 26 мартта ерләнде. Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исеме халыҡ хәтерендә юйылмаҫ, онотолмаҫ.
Сығанаҡ: Салауат Юлаев музейы.