Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Февраль 2022, 17:05

Шәжәрәбеҙ йондоҙо

Йүрүҙәнкәй аға бормаланып,Бормалары һайын бер ауыл.Шул ауылдар араһында ятаТыуып үҫкән минең Арҡауыл.Башкортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғариповтың “Маяҡ” шиғырында һүрәтләнгән был ауыл миңә бик таныш һәм яҡын. 1998 йылдың 20 майында мин унда донъяға килгәнмен. Арҡауыл ауылы – минең ағайҙарым, атайым, олатай-өләсәйҙәремдең тыуған төйәге.

Шәжәрәбеҙ  йондоҙо
Шәжәрәбеҙ йондоҙо

Ғаиләлә беҙ өс бала. Ағайҙарыбыҙ Руслан, Рәмил эшләп йөрөй. Мин дә уларҙан ҡалышмай эшләйем дә, Өфө дәүләт нефть техник университеты магистратураһында уҡыйым да. Атайым һәм әсәйем яғынан шәжәрәләрҙе өйрәнәм. Ике яҡтан да туғандарға байбыҙ. Әсәйем буйынса шәжәрәбеҙ халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа барып тоташа. Шуның менән мин сикһеҙ ғорурланам. Быйыл уға 90 йәш булыр ине. Мин Рәми бабайымды, әлбиттә, күреп белмәйем, бары шиғырҙары, иҫтәлектәре, көндәлектәре аша ғына танышмын. Әммә әсәйем Альбина, Мәршиҙә өләсәйем, башҡа туғандарым һөйләгәндәренән уны күҙ алдына килтерергә тырышам.

Арҡауыл
Арҡауыл ауылы тәбиғәттең иң матур урынында Йүрүҙәндең уң ярында урынлашҡан. Уны мәшһүр Ҡаратау, Бурлытау, Ҡутҡантау, Ҡыҙҙар тауы, Ослотау, Сейәлетау уратып алған.
Арҡауыл ХХ быуат баштарында Йүрүҙән буйында урынлашҡан Монай ауылы халҡы күсеп ултырыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән. Ул ваҡытта Йүрүҙән бик йыш ярҙарынан сыҡҡан, халыҡҡа бик күп зыян килтергән. Шул арҡала кешеләр тау башына китергә мәжбүр булған.
1895 йылғы халыҡ иҫәбе алыуы барышында Монай ауылында 122 йорт булыуы билдәле. Унда башҡорттар менән бергә рус һәм татарҙар донъя көткән.
Ауыл халҡы 216 йылҡы, 192 һыйыр малы, 102 һарыҡ, 60 кәзә тотҡаны мәғлүмәттәрҙән билдәле. Ауылдың үҙ баҙары, мәсете булған.
1897 йылда унда рус-башҡорт мәктәбе асылған, тәүҙә башланғыс, һуңынан 7 йыллыҡ һәм 1937 йылдан урта мәктәпкә әйләнгән. Арҡауыл мәктәбендә бик күп билдәле шәхестәр уҡыған. Тәүге мәғариф наркомы Риза Әбүбәкиров (1930-35), финанс наркомы Низам Ҡаймирасов (1930-37), ер эштәре наркомы Шакирьян Төхвәтуллин (1926-29), Юғары суд коллегияһы рәйесе Һаҙый Ханов, яҙыусылар Сыңғыҙ Ханов, Агиш Ғирфанов, көрәшсе Харис Йосопов һәм бик күп башҡа билдәле шәхестәрҙе атап китергә була. Уҡытыусылар араһындағы ике Социалистик Хеҙмәт Геройының береһе Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы ла Арҡауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы була. Минең атайым яғынан өләсәйем һәм олатайым Фәйзуллин Рәшит Хужий улы һәм Закирова Сайма Харис ҡыҙы ла был мәктәпкә ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен биргән. Әсәйем Альбина Урал ҡыҙына ла Арҡауыл урта мәктәбендә эшләргә яҙған.

Рәми Ғарипов шәжәрәһенә
сәйәхәт
Үҙ нәҫеле тураһында күберәк белеү өсөн Р. Ғарипов ғаилә шәжәрәһен төҙөй башлай. Уның күсермәһе беҙҙең ғаиләлә һаҡлана. Төп урында Ғайса олатай тора. Уның Сафа, Ғариф, Мортаза исемле өс улы булған. Шағирҙың олатаһы Мөхәмәтрәхим Ғарифтың улы. Уның Мәймүнә, Латифа, Нәғимә, Сәлимә, Ибраһим, Кәмилә тигән туғандары булған.
1917 йылда үткәрелгән ауыл хужалығы һәм ер буйынса халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә Ғарипов Мөхәмәтрәхим Златоуст өйәҙенең Мырҙалар волосында урынлашҡан Арҡауыл ауылында йәшәй, тип теркәлгән. Уларҙың ата-бабалары бында Ҡазан яҡтарынан килгән. 1895 йылғы Ревизия яҙмаларында уларҙың исемдәре юҡ. Тимәк, улар ХХ быуат баштарында Башҡортостанға күсеп килә.
1917 йылда уларҙың үҙ йорттары, берәр баш һыйыры, үгеҙе, быҙауы, һарығы, 2 кәзәһе, 3 кәзә бәрәсе булған. Шул ваҡытта Мөхәмәтрәхим һәм уның ҡатыны Кәлимә Ғариповтарҙың ғаиләһендә 8 һәм 5 йәшлек улдары, 2 йәш һәм бер нисә айлыҡ ҡына ҡыҙҙары булыуы билдәле. 5 йәшлек малай Йәғәфәр – шағирҙың атаһы булырға тейеш. 2 йәшлек ҡыҙ, моғайын, уның Наилә исемле һеңлеһелер. Беҙҙә булған шәжәрәлә Мөхәмәтрәхимдең өс балаһы: Йәғәфәр (1911 йылғы), Наилә (1914) һәм Фәйзи (1920) күрһәтелгән. Тимәк, улар бишәү булған, икәүһе (бер ҡыҙ һәм бер малай) бала саҡта мәрхүм булған. Ауылдаштары иҫләүенсә, Мөхәмәтрәхим оҫта тегенсе булған. Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы 1911 йылдың 13 октябрендә Арҡауыл ауылында тыуған. Метрика ҡағыҙҙарында уның атаһы Ҡазан губернияһы Мамадыш өйәҙе Сатуш волосы Сәйет ауылы крәҫтиәне, әсәһе Ғәлимәбаныу Фәтҡулла ҡыҙы тиелгән. 1935-37 йылдарҙа Йәғәфәр хәрби хеҙмәттә йөрөй. Унан ҡайтҡас, ауылдаштары уны бригадир, һуңынан колхоз рәйесе итеп һайлай. 1939-41 йылдарҙа Салауат районының Осоавиахимына етәкселек итә. Һуғыш башланғанда ауыл советы рәйесе булып эшләгән була. Һуғыштың тәүге көнөнән үк үҙе теләп фронтҡа китә. Ике йылдан һуң уның ғаиләһенә “хәбәрһеҙ юғалды ” тигән хәбәр килә.
Рәми Ғариповтың әсәһе Гөлмәрйәм Хизбулла ҡыҙы – Йүрүҙәндең һул яғында урынлашҡан Яубүләк ауылынан. Уның атаһы Хизбулла – башҡорт, әсәһе Анна – рус милләтенән. Рус булһа ла, башҡортса матур һөйләшкән, мәсеткә барып мосолман диненә күскән, исемен Мөслихә Нәбиулла ҡыҙы тип үҙгәрткән. Уларҙың ике ҡыҙы булған. Бәләкәй ҡыҙҙары Минзифа ике йәшендә генә Йүрүҙәндә батып үлә. Гөлмәрйәм 9 йәшендә генә етем ҡала һәм туғандары ғаиләһендә үҫә. Йәғәфәр Ғариповҡа тормошҡа сығып, 4 балаға ғүмер бирә.
Гөлмәрйәм өләсәй сабыр холоҡло, бик уңған ҡатын була. Һуғыш йылдарында балалары менән яңғыҙ ҡалғас, уға төрлө эштәр башҡарырға тура килә: аттар ҙа ҡарай, көтөү ҙә көтә, ураҡ та ура, колхозға икмәк бешерә , ҡарауылсы һәм йыйыштырыусы ла була. Ул осорҙа Салауат районында уны белмәгән кеше булмағандыр. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң күп көлтә бәйләгәне өсөн уны “Салауат районының комбайны” тип йөрөткәндәр, шуның өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ була.

Шағирҙың һеңлеһе –
минең өләсәйем
Рәми Ғарипов – Гөлмәрйәм менән Йәғәфәрҙең иң оло балалары. Унан һуң Рауил, Урал һәм Мәршиҙә тыуған.
Мәршиҙә – минең өләсәйем, әсәйемдең әсәһе, ғаиләлә иң кесе бала. Ул 1940 йылдың 27 ғинуарында донъяға килгән. Атаһы фронтҡа киткәндә уға бары йәш ярым ғына булған. Шуға күрә атаһы Йәғәфәрҙе бөтөнләй хәтерләмәй. Уның иҫтәлеге булып, фронтҡа китер алдынан атаһы эргәһендә ултырып төшкән фотографияһы ғына ҡалған.
Арҡауыл урта мәктәбен тамамлағас, класташтары менән фермаға эшкә ҡала ул. Шағир үҙенең “Һеңлемә” тигән шиғырында уға шулай тип өндәшә:
“Һеңлем минең, уңған күбәләгем,
Һиндә күрәм әсәй йәшлеген.
Ул йәшлекте гөлдәй матур ит һин,
Илебеҙгә изге эш менән”.
Өфө китапхана техникумын тамамлағас, ауыл китапханаһында, китап магазинында эшләй. Һуңынан һөт заводында лаборант, аҙаҡ уның мөдире булып хаҡлы ялға киткәнсе хеҙмәт итә.
Ул Урал олатайым менән 4 бала тәрбиәләп үҫтергән, 11 ейән-ейәнсәргә өләсәй була, ҡыҙғанысҡа күрә, 2007 йылда фажиғәле рәүештә һәләк булды.
Әсәйем бабаһы Рәмиҙе яҡшы хәтерләй. Мәктәптә, училищела уҡығанда уның менән хат алышҡан. Үкенескә ҡаршы , был хаттар беҙҙә һаҡланмай, әсәйем уларҙы музейға биргән. Әммә шағир үҙ ҡулдары менән тәүге битенә яҙған “Аманат” исемле китабы – беҙҙең ҡәҙерле иҫтәлек.
Оло ҡыҙҙары Альбина Урал ҡыҙы – минең әсәйем. Мәсәғүт педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай, 40 йылға яҡын балаларға белем бирә. “Башҡортостан мәғариф алдынғыһы”, “ Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре“исемдәренә лайыҡ. 2002 йылда Салауат районының “Йыл уҡытыусыһы” ла, республика конкурсы призеры ла булды. Бөгөн Өфө ҡалаһының Октябрь районында урынлашҡан 136-сы башҡорт лицейында эшен дауам итә, өс бала әсәһе. Атайым менән бергәләп икенсе улдарына бабайыбыҙ хөрмәтенә Рәмил тип исем биргәндәр.
Шәжәрәбеҙҙең сағыу йондоҙо булған Рәми бабайыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның исеменә тап төшөрмәй, нәҫел ебен дауам итәбеҙ. Уның шиғырҙары халыҡ күңеленә үтеп инеп, мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр, тип уйлайбыҙ.
(Фотолар – ғаилә архивынан).

Автор:Айгөл ФӘЙЗУЛЛИНА. Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: