Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Ноябрь 2021, 16:00

Ярһыу ижады – мәңгелек

Аяҙ төндә күк йөҙөнә баҡһаң, бер-береһен уҙҙырырға тырышып, йым-йым емелдәгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙарҙы күрәһең. Эйе, уларҙы һанап-барлап бөтөрлөк түгел. Ҡыҙыҡ итеп һанай ғына башлаһаң, улар йә атылып юҡҡа сыға, йә яҡтылығын юғалтып, Йыһан киңлегенең ҡараңғылығына сума. Шул йондоҙҙар араһында мәңге янып торғандары ла бар. Улар башҡаларынан күҙҙәрҙе нурландырырлыҡ сағыу яҡтылығы, йөрәктәрҙе елкендерерлек ҡабатланмаҫ сихрилеге, күңелдәрҙе арбарлыҡ ғәжәйеп моңо менән айырылып тора. Ул йондоҙҙар – мәңгелек. Мәңгелек төшөнсәһенә эйә булыу өсөн йондоҙға әүерелеү шарт түгел, ә шул яҡты йондоҙ кеүек янып йәшәү ҙә етәлер, моғайын. Илең, телең, халҡың, әҙәбиәтең өсөн яныу...

Ярһыу ижады – мәңгелек
Ярһыу ижады – мәңгелек

Шул яныуҙан үҙҙәрен ҡорбан иткәндәр күп түгел был ерҙә. Хәҙерге башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәреп, уның бөгөнгө йөҙөн билдәләп киткән Рәйес Түләк, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Ғәбиҙуллалар – йәне бик иртә күккә – йондоҙҙар янына ашты. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдар башында шиғриәт йыһанына янып килеп ингән был быуын шағирҙарының былай ҙа еңел булмаған яҙмыштары йөҙөп йөрөп ижад итер мәлдәрендә ҡурсаланманы шул. Ғәбиҙулла Зарипов та ваҡытһыҙ китеп барғас, күңелдәрҙе болот баҫты. Әммә шағирҙың һоҡланғыс әҙәби мираҫы яҡты йондоҙ булып Йыһандың иң түренән урын алды.
Ғәбиҙулла Ғиндулла улы Зарипов 1961 йылдың 6 ноябрендә Тирмән ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, тимер юлында эшләй, һуңынан әрме сафында хеҙмәт итә. Әҙәбиәткә булған ынтылышы уны БДУ-ның филология факультетына алып килә. Университетты тамамлағас, “Йәншишмә” гәзите редакцияһында эшләй. Баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһына ҡәҙәр күтәрелә. Тап ошо редакцияла эшләгәндә шағирҙың артабанғы ижады мөһим урын алып тора. Һуңынан балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәренең бер-бер артлы донъя күреүе – быға асыҡ миҫал.
Тәүге китабы 1993 йылда баҫылып сыға. Ул “Төнгө йәшен” тип атала. Унан “Йән йылыһы”, “Аҡ батыр”, “Бәрҙе балаһы” тигән китаптары донъя күрҙе. Шуныһы үкенесле: илем, телем, ерем, хал­ҡым, тип йәшнәп, халҡының үткәне һәм бөгөнгөһө өсөн ғорурланып, берсә һыҙланып, киләсәге өсөн борсолоп йәшәгән шағир иртәрәк китеп барҙы. (Вафат булыуына ла егерме йыл үтеп киткән икән). Йыйынтыҡтарында тупланған әҫәрҙәре бер үк ваҡытта авторҙың шиғри телде бик яҡшы тойомлауын, уның бик оҫта файҙаланыуын асыҡ күрһәтә. Фекерҙәрҙең ҡыйыулығы һәм тура, уларҙың фәлсәфәүи тәрәнлеге менән бергә Ғәбиҙулла Зариповтың поэзияһын (шул иҫәптән прозаһын да) башҡалар менән бутап булмай. Нәҡ ошо сифаттары өсөн әҙәбиәт һөйөүселәр уны йылдар үткән һайын һағына, ярата. Ысынында максималист булды. Яҙыусы Әхмәр Ғүмәр – Үтәбай әйтеүенсә: “Беҙ уны үҙ һүҙле булғаны өсөн “максималист” тип йөрөттөк. Үҙ һүҙле булһа, үҙ һүҙле ине ул. Әҙәбиәттә лә үҙ һүҙе булды Ғәбиҙулланың”.
Дөрөҫ, ауырыраҡ яҙмышлы шағир төшөнкөлөккә бирелмәне, тормошҡа зарланманы, зарлана ла белмәгәндер. Ә уның бар ауырлығын үҙ иңендә татып, халыҡҡа хеҙмәт итеүен белде. Тимәк, шағирҙың әҙәбиәте беҙҙең алтын фондты тәшкил итерҙәй. Әҫәрҙәре киләсәк быуын шағирҙарының ижадында сағылыш табыр, минеңсә.
Шул иҫәптән тыуған ауылы Тирмәндә һәм район үҙәгендә урамдар уның исемен йөрөтә. Шулай уҡ Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премия булдырылған.

Автор:Илбарис Салимхан
Читайте нас: