Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Май 2021, 12:10

МАЛАЯҘҘА ЕҢЕҮ КӨНӨ

Бөгөн Малаяҙ ауылында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған байрам сараһы үтте.Байрам район үҙәгенең мәҙәниәт һәм ял паркында тантаналы митингынан башланды. Салауат районы башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, отставкалағы подполковник Шамил Вәлиев, райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Фәрит Түрйәнов, йәш быуын исеменән Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Булат Сафин сығыш яһаны. Еңеүсе һалдат һәйкәленә, Советтар Союзы Геройҙары, һуғыш яугирҙәре, тыл хеҙмәткәрҙәренә ҡуйылған стелаларға сәскәләр һалынды. Артабан оркестр маршы оҙатыуында Малаяҙҙың Совет, Мәктәп һәм Коммунистик урамдарынан байрамса тантаналы йөрөш уҙғарылды. Район мәҙәниәт йорто майҙанында парад ойошторолдо. Байрам концерт менән тамамланды.

Бөгөн Малаяҙ ауылында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған байрам сараһы үтте.
Байрам район үҙәгенең мәҙәниәт һәм ял паркында тантаналы митингынан башланды. Салауат районы башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, отставкалағы подполковник Шамил Вәлиев, райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Фәрит Түрйәнов, йәш быуын исеменән Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Булат Сафин сығыш яһаны. Еңеүсе һалдат һәйкәленә, Советтар Союзы Геройҙары, һуғыш яугирҙәре, тыл хеҙмәткәрҙәренә ҡуйылған стелаларға сәскәләр һалынды.
Артабан оркестр маршы оҙатыуында Малаяҙҙың Совет, Мәктәп һәм Коммунистик урамдарынан байрамса тантаналы йөрөш уҙғарылды. Район мәҙәниәт йорто майҙанында парад ойошторолдо. Байрам концерт менән тамамланды.
Читайте нас: