Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Апрель 2021, 18:19

ЧЕРНОБЫЛЬ ФАЖИҒӘҺЕНӘ – 35 ЙЫЛ

Бөгөн – Радиация авариялары һәм һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Бынан 35 йыл элек – 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһы шартлай. Был фажиғә донъялағы иң ҙур техноген һәләкәт була.Малаяҙ ауылында Чернобыль һәләкәтенең 35 йыллығына һәм Радиация авариялары ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған митинг үтте. "Чернобыль" союзы ветерандарына, радиация эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына юбилей миҙалдары тапшырылды. Белешмә өсөн: 1986-1989 йылдарҙа Салауат районынан 18 кеше Чернобыль АЭС-ы фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүгә хәрби комиссариат тарафынан мобилизациялана. Уларҙың бөгөн 6-һы ғына иҫән ҡалған.

Бөгөн – Радиация авариялары һәм һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Бынан 35 йыл элек – 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһы шартлай. Был фажиғә донъялағы иң ҙур техноген һәләкәт була.
Малаяҙ ауылында Чернобыль һәләкәтенең 35 йыллығына һәм Радиация авариялары ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған митинг үтте. "Чернобыль" союзы ветерандарына, радиация эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына юбилей миҙалдары тапшырылды.
Белешмә өсөн: 1986-1989 йылдарҙа Салауат районынан 18 кеше Чернобыль АЭС-ы фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүгә хәрби комиссариат тарафынан мобилизациялана. Уларҙың бөгөн 6-һы ғына иҫән ҡалған.
Читайте нас: