Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Февраль 2021, 00:47

ЙЫРЛЫ КҮҢЕЛЛЕ ШАҒИР

Шағир, яҙыусы, журналист Сафуан Әлибаевҡа бөгөн тыуған ауылында, Тирмән урта мәктәбендә таҡтаташ асылды.Яҡташыбыҙҙың иртәгә, 21 февралдә, тыуыуына 80 йыл тула.

Шағир, яҙыусы, журналист Сафуан Әлибаевҡа бөгөн тыуған ауылында, Тирмән урта мәктәбендә таҡтаташ асылды.
Иҫтәлекле тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, хакимиәт башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов, мәғариф бүлеге начальнигы Әлфиә Кәримова, Мөрсәлим ваҡ таш заводы начальнигы Зөфәр Зарипов, Тирмән ауыл биләмәһе башлығы Гөлсинә Әлибаева ҡатнашты. Шағирҙың юбилейына уның Өфөнән улы Салауат, туғандары Айҙар Әлибаев, Ирек Хажиморатов, Илтәйҙән энеһе Рәшит Зарипов килгәйне.
Ҡунаҡтарҙы ауыл ағинәйҙәре, мәктәп уҡыусылары хөрмәтләп ҡаршы алды. Рәсми сығыштарҙан һуң, Сафуан Әлибаевҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Унда “Был мәктәптә 1948-1955 йылдарҙа башҡорт шағиры, ЮНЕСКО-ның Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара дипломы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Сафуан Әфтәх улы Әлибаев уҡыған” тип яҙылған, һәм әҙиптең 1941 йылда тыуғаны, 2014 йылда вафат булыуы тураһында һандар ҡуйылған. Әйткәндәй, былтыр, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Тирмән урта мәктәбенә Сафуан Әлибаевтың исеме бирелде.
Сарала ҡатнашыусылар шағирҙың мәктәптәге музейы менән танышты. Салауат Әлибаев атаһының шәхси әйберҙәрен унда тапшырҙы. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ағинәйҙәр ҡатнашлығындағы әҙәби-музыкаль композициянан һуң ҡунаҡтар Малаяҙға юлланды.
Район мәҙәниәт йортонда Сафуан Әлибаевтың юбилейына ҡарата ҙурлап Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үткәрелде. Яҡташыбыҙҙың иртәгә, 21 февралдә, тыуыуына 80 йыл тула.
Шағир, күренекле яҙыусы, журналист, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Сафуан Әлибай моңло итеп йырларға ла яратҡан. Шуға уны йырлы күңелле шағир, тип хәтерләй ҡәләмдәштәре һәм ауылдаштары.
Читайте нас: