Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Февраль 2021, 15:18

ЯУГИР-ИНТЕРНАЦИОНАЛИСТАРҘЫ ИҪКӘ АЛЫУ КӨНӨ

15 февралдә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстан биләмәһенән сығарылыуына 32 йыл тула. Бөгөн Салауат районында ошо иҫтәлекле көнгә тантаналы митинг, мәҙәниәт һәм спорт саралары ойошторолдо.

15 февралдә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстан биләмәһенән сығарылыуына 32 йыл тула. Бөгөн Салауат районында ошо иҫтәлекле көнгә тантаналы митинг, мәҙәниәт һәм спорт саралары ойошторолдо.
Малаяҙ ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында афған һәм чечен һуғыштарында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алыуға арналған митинг үтте. Унда район етәкселеге, хәрби комиссариат, хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге вәкилдәре ҡатнашты. Еңеүсе һалдат һәйкәле һәм хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға веноктар һалынды.
Салауат Юлаев музейында Совет ғәскәрҙәренең Афғанстан республикаһынан сығарылыуының 32 йыллығына арналған мәктәп уҡыусыларының һүрәттәре күргәҙмәһе асылды һәм уға йомғаҡ яһалып, конкурста еңеүсе балалар бүләкләнде. Район мәҙәниәт йортонда тантана һәм байрам концерты үтте.
Бөгөн чечен һуғышы яугире Тәбрик Закиров (Черепан ауылынан) иҫтәлегенә ДЮСШ залында волейбол ярышы үтә. Совет ғәскәрҙәренең Афғанстан республикаһынан сығарылыуының 32 йыллығына һәм "Айыҡ ауыл" республика бәйгеһе сиктәрендә Малаяҙ боҙ майҙансығында - хоккей, Арҡауылда "Рәсәй саңғыһы" саңғы ярышы була. Малаяҙ - Арҡауыл маршруты буйынса автоуҙыш уҙғарыу ҡаралған.
Читайте нас: