Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Февраль 2021, 20:47

БЕҘҘЕҢ РӘМИ

Арҡауыл ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алдылар.

Арҡауыл ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алдылар.
Митингыла район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Марат Ғилманов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, Салауат Юлаев музейы мөдире Зилә Садиҡова һ. б. сығыш яһаны. Сарала Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбе һәм Таймый төп мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.
Шағирҙың бюсына сәскәләр һалғас, ҡунаҡтар Рәми Ғариповтың йорт-музейына керҙе. Унда әҙиптең Таймыйҙан килгән ике туған һеңлеһе Ирина Хужина үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Арҡауылдың һәүәҫкәр шағирәләре Гөлнур Мөхәмәтшина, Гөлнур Хазиева, Рәйлә Ғәйнанова һәм йорт-музей директоры Луиза Хәйретдинова Рәмигә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләне.
Читайте нас: