Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Февраль 2021, 01:31

"БЕҘҘЕҢ РӘМИ" АҘНАЛЫҒЫ

Иртәгә Рәми аҙналығы башлана. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата аҙна буйына саралар үтәсәк.

Иртәгә Рәми аҙналығы башлана. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата аҙна буйына саралар үтәсәк.
"Беҙҙең Рәми" аҙналығы сиктәрендә уның Арҡауылдағы йорт-музейы ошондай саралар ойоштора:
8 февралдә – "Мин Рәми Ғариповтың ижадын яратам" онлайн-флешмобы;
9 февралдә Рәми Ғарипов китаптарынан күргәҙмә асыла;
10 февралдә – "Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады" викторинаһы;
11 февралдә "Минең ҡәләмем" ижади сара уҙғарыла.
12 февралдә, Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, Арҡауылдағы йорт-музей ихатаһындағы шағир бюсына сәскәләр һалыу сараһы буласаҡ. Йорт-музей директоры Луиза Хәйретдинова хәбәр итеүенсә, кисен Арҡауыл мәҙәниәт йортонда "Беҙҙең Рәми" хәтер кисәһе уҙғарыласаҡ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Арҡауыл ауылында донъяға килгән. Быйыл уның тыуыуына 89 йыл тула.
Фото: Рәми Ғариповтың йорт-музейы.
Читайте нас: