Бөгөн Малаяҙ ауылында Республика көнөнә ҡарата мәҙәниәт һәм ял паркы, унда урынлашҡан Еңеүсе һалдат һәйкәлен асыу тантанаһы үтте.
Иҫтәлекле сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Марс Кашапов, республика вәкиле – БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, отставкалағы подполковник Шамил Вәлиев ҡатнашты.
– Район үҙәгендә бындай парк бик кәрәк ине. Беҙ уны республика ярҙамы, халыҡ, шәхси эшҡыуарҙар көсө менән булдырҙыҡ. Киләсәктә паркта балалар майҙансығы эшләнәсәк, БТР ҡуйыласаҡ һәм бындағы бер мөйөштә әкиәт геройҙары һындары барлыҡҡа киләсәк, – тине Марс Фәррәх улы.
Паркта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә Еңеүсе һалдат һәйкәле лә асылды. Постамент майҙандың уртаһында урынлашҡан. Һәйкәлдең авторы – скульптор, Рәсәй Рәссамдары союзы ағзаһы Илдус Закиров.
Митингынан һуң һәйкәлгә һәм парктағы стелаларға сәскәләр һалынды.