Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2020, 19:36

БӨГӨН – ХӘТЕР КӨНӨ

Малаяҙ ауылында Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.“Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре менән Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге “Хәтер шәме” акцияһын ойошторҙо.

Малаяҙ ауылында Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.
Һәйкәлгә сәскә һалыуҙа район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова, район прокуроры Рәвил Ғилманов һәм полиция бүлеге начальнигы Азат Ғәйнетдинов һ.б. ҡатнашты. Сараға килеүселәр Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
“Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре менән Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге “Хәтер шәме” акцияһын ойошторҙо. Улар таңдан Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сығып, шәмдәр ҡабыҙҙы.
79 йыл элек – 1941 йылдың 22 июнендә иртәнге сәғәт дүрттәрҙә фашистик Германия беҙҙең илгә һөжүм итә. Йылдың иң оҙон көнө Рәсәйҙә Хәтер көнө итеп иғлан ителгән.
Фото: район мәҙәниәт бүлегенән.
Читайте нас: