Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Июнь 2020, 19:36

САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА – 266 ЙЫЛ

Бөгөн башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнде.Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы ихатаһында батырҙың бюсына сәскә һалыу сараһы булды.

Бөгөн башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнде.
Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы ихатаһында батырҙың бюсына сәскә һалыу сараһы булды. Унда район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Алия Ишбулдина, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев, музей директоры Зилә Садиҡова, мәғариф бүлеге вәкиле Люциә Ғабдрахманова һәм ауылдарҙан ағинәйҙәр ҡатнашты.
Салауат Юлаевҡа арналған иҫтәлекле сара уның тыуған ауылы Тәкәй ерендә дауам итте. Пандемия мәлендә “Салауат йыйыны” байрамы быйыл ҙурлап уҙғарылмаһа ла, ошондай шарттарҙа батырҙы иҫкә алды салауаттар.
Читайте нас: