Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Июнь 2020, 13:10

Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө

Салауат районы ауылдары зыяраттарында бөгөн дөйөм өмә бара.Ул, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө сиктәрендә ойошторола.

Салауат районы ауылдары зыяраттарында бөгөн дөйөм өмә бара.
Ул, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө сиктәрендә ойошторола. Малаяҙ ауылының Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендәге зыяратта ла был сара үтә. Уны асыу мәлендә хакимиәт башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, хакимиәт башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова ҡатнашты. Салауат районының имам-мөхтәсибе Мөҙәрис Фәрхиев доға ҡылғас, зыяратҡа килеүселәр эшкә тотондо. Ҡәберлектәге сүп-сарҙы йыйып, трактор арбаһына тейәнеләр. Һуңынан зыярат ҡоймаһын, ҡапҡаһын буянылар. Ауыл хакимиәте бирсәткәләр, буяу һәм бумалалар менән тәьмин итте.
Малаяҙ ауылы зыяраты алдына урындағы хакимиәт мәғлүмәт стенды эшләтеп ҡуйған. Унда ҡәберлектә булыу ҡағиҙәләре, эш ваҡыты, зыяратты хеҙмәтләндереүсе ойошма тураһында яҙылған. Ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова һөйләүенсә, Малаяҙ ауылының христиандар һәм Ҡалмаҡтар ауылы зыяраттарында ла шундай өмәләр үтә. Сарала коронавирус сире менән бәйле барлыҡ һаҡлыҡ саралары күрелә.
Иртәнән зыяратҡа барыу өсөн автобус маршруты ойошторолһа ла, район үҙәгенән мосолмандар ҡәбеерлегендә халыҡ аҙ ине. Шулай ҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө бөгөн көнө буйына дауам итә. Өмәгә ҡушылып, һәр кем үҙенең яҡындары ерләнгән урынды йыйыштырырға, тәртипкә килтерергә сығыр, тип ышанабыҙ. Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит.
Читайте нас: