Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Май 2020, 11:34

ҺӘЙКӘЛДӘРГӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛДЫЛАР

Бөгөн Малаяҙ ауылында Батырҙар стелаһына һәм Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә венок-сәскәләр һалыу сараһы үтте.Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантана үҙизоляция шарттарына ярашлы ойошторолдо. Йәғни сарала аҙ ғына кеше ҡатнашты. Һәйкәлдәргә венокты хакимиәт башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге начальнигы Азат Ғәйнетдинов һәм прокурор урынбаҫары Максим Лобов һалды.

Бөгөн Малаяҙ ауылында Батырҙар стелаһына һәм Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә венок-сәскәләр һалыу сараһы үтте.
Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантана үҙизоляция шарттарына ярашлы ойошторолдо. Йәғни сарала аҙ ғына кеше ҡатнашты. Һәйкәлдәргә венокты хакимиәт башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге начальнигы Азат Ғәйнетдинов һәм прокурор урынбаҫары Максим Лобов һалды. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыу, автоматтарҙан залп биреү ҙә булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле, тик онлайн режимда ғына үтәсәк. Уларҙы Интернетта социаль селтәрҙәрҙә һәм телевизорҙа тура эфирҙа ҡарарға мөмкин. Өйөгөҙҙә ҡалығыҙ! Бөйөк Еңеү көнө менән!
Читайте нас: