Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Апрель 2020, 16:35

ҺӘЙКӘЛДӘР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛДЕ

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ауылдарҙа әҙерлек бара.Май байрамдары алдынан уҡ, “Тарихи хәтер” акцияһына ярашлы, һәйкәлдәр, стелалар, обелискылар тәртипкә килтерелде. Уларҙың тирә-яғы таҙартылды, һәйкәлдәр ағартылды, буятылды.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ауылдарҙа әҙерлек бара.
Май байрамдары алдынан уҡ, “Тарихи хәтер” акцияһына ярашлы, һәйкәлдәр, стелалар, обелискылар тәртипкә килтерелде. Уларҙың тирә-яғы таҙартылды, һәйкәлдәр ағартылды, буятылды.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Адик Асҡаров хәбәр итеүенсә, Салауат районындағы ауылдарҙың һәйкәл-стелаларының торошо ҡыштан уҡ тикшерелгән булған. Шуның һөҙөмтәһендә улар урындағы халыҡ көсө менән төҙөкләндерелгән. Төҙөкләндереү материалдары "Берҙәм Рәсәй" партияһының финанс ярҙамы менән тәьмин ителде.
А. Асҡаров фотоһы.
Читайте нас: