Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
15 Февраль 2020, 22:14

ЯУГИРҘӘР – МӘҢГЕ ХӘТЕРҘӘ

“Афған яуы тарихта Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы иң ҡан ҡойошло һуғыш. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, унда 15 меңдән ашыу кеше һәләк булған, – тине хакимиәт башлығы Марс Кашапов үҙенең сығышында. – Салауат районынан Афғанстанда 139 егет интернациональ бурысын үтәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икәүһе ошо һуғышта һәләк булды”.Бөгөн район мәҙәниәт йортонда Совет ғәскәрҙәренең Афғанстан еренән сығарылыуының 31 йыллығына арналған сарала яуҙа һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләренә иғтибар күрһәтелде.

“Афған яуы тарихта Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы иң ҡан ҡойошло һуғыш. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, унда 15 меңдән ашыу кеше һәләк булған, – тине хакимиәт башлығы Марс Кашапов үҙенең сығышында. – Салауат районынан Афғанстанда 139 егет интернациональ бурысын үтәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икәүһе ошо һуғышта һәләк булды”.
Афғанстан Демократик Республикаһы биләмәһендә интернациональ бурысын үтәгән егеттәребеҙ: Татар Малаяҙынан Данил Халиҡов һәм Нәсибаштан Илмир Шакиров тыуған яғына иҫән ҡайта алмай. Ни бары 19 йәшендә генә улар һуғышта батырҙарса һәләк була.
Бөгөн район мәҙәниәт йортонда Совет ғәскәрҙәренең Афғанстан еренән сығарылыуының 31 йыллығына арналған сарала Илмирҙың әсәһе Рая Шакироваға (һүрәттә) район Хакимиәтенән матди ярҙам күрһәтелде. Үкенескә күрә, Данилдың әсәһе Рәмзиә Халиҡова был сарала быйыл ҡатнаша алманы, былтыр ул вафат булды.
Район башлығы Марс Кашапов шулай уҡ Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре Гөлйөҙөм Ғибаҙуллина, Рима Рәхимова, Рәйес Ғәтиәтуллин, Роза Закироваға ла аҡсалата конверттар тапшырҙы. Салауат районының хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин уларға бағыусы-эшҡыуар Артур Закировтан бүләктәр бирҙе.
Читайте нас: