Бөгөн Малаяҙ ауылында шуға арналған иҫтәлекле сара үтте. Дыуан күп профилле колледжы филиалы эргәһендә уҙған митингыла Салауат районының хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Адик Асҡаров, хәрби комиссариат вәкиле Флорида Ханова, ата-әсәләр исеменән Роза Закирова телмәр тотто.