Был марафонға Салауат районы ла ҡушылды. Бөгөн Үрге Ҡыйғы ауылында марафондың символикаһы - “Еңеү” штандарты һәм “Мәңгелек ут” капсулаһын тапшрыу тантанаһы уҙҙы. Унда Салауат, Дыуан, Мәсетле һәм Балаҡатай райондары вәкилдәре ҡатнашты.
“Еңеү” марафоны положениеһына ярашлы, уның символдарын тапшырыу тантанаһы ун муниципаль районда үтәсәк. Уларҙа “Еңеү Салюты” халыҡ ижады фестивале смотрҙары ойоштороласаҡ. Республика марафонының йомғаҡлау этабы 2020 йылдың 9 майында Өфөлә үтәсәк.