Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
28 Ғинуар 2020, 01:05

125 ГРАМЛЫҠ “БЛОКАДА ИКМӘГЕ”

Бөгөн Малаяҙ ауылы ирекмәндәре һәм Мөрсәлим мәктәбе уҡыусылары “Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй хәтер акцияһына ҡушылды.1944 йылдың 27 ғинуарында Совет ғәскәрҙәре Ленинград ҡалаһын тулыһынса фашистар блокадаһынан азат итә. Быйыл ошо иҫтәлекле ваҡиғаға 76 йыл тулды. Был көн йыл һайын Рәсәйҙең Хәрби Дан көнө тип билдәләнә.

Бөгөн Малаяҙ ауылы ирекмәндәре һәм Мөрсәлим мәктәбе уҡыусылары “Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй хәтер акцияһына ҡушылды.
1944 йылдың 27 ғинуарында Совет ғәскәрҙәре Ленинград ҡалаһын тулыһынса фашистар блокадаһынан азат итә. Быйыл ошо иҫтәлекле ваҡиғаға 76 йыл тулды. Был көн йыл һайын Рәсәйҙең Хәрби Дан көнө тип билдәләнә.
Малаяҙ ауылында ошо ваҡиғаға арналған “Блокада икмәге” акцияһы үтте. Иҫтәлекле сараны райондың йәштәр сәйәсәте комитеты, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, Дыуан күп профилле колледжы филиалы, район мәҙәниәт бүлеге, “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары ойошторҙо.

Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янында митинг үтте. Унда райондың хәрби хәрәкәттәре ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин, йәштәр комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Адик Асҡаров сығыш яһаны. Блокада ҡорбандарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғас, һәйкәлгә венок-сәскәләр һалынды. Һуңынан ирекмәндәр һәм кадеттар ауыл урамдары буйлап “Блокада икмәге”н таратты.
“Блокада икмәге” хәтер акцияһы Мөрсәлим урта мәктәбендә лә үтте.
“Был сараға уҡыусылар һәм педагогтар ҡушылды. Тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Зифа Фәрхитова линейка мәлендә балаларға 1941 – 1944 йылдарҙағы Ленинград ҡалаһындағы ваҡиғалар тураһында һөйләне. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ольга Санникова “блокада икмәге” менән таныштырҙы. Ошо норма һәр кемгә таратып бирелде.
“Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй акцияһы 2020 йылдағы Хәтер һәм дан йылын асты. Беҙҙең мәктәптең бөтә кластарында ла Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған класс сәғәттәре һәм батырлыҡ дәрестәре үтә”, – тип хәбәр ителә Мөрсәлим урта мәктәбенең рәсми сайтында.
Белешмә өсөн

“Блокада икмәге” – арыш онона көрпә, ағас онтағы, ҡарағай ҡайырыһы, обой туҙаны, гидроцеллюлоза ҡушып бешерелгән икмәк. Бер кешегә ул тәүлегенә 125 грамм ғына бирелгән.
Әлбиттә, ул шул рецепт буйынса бешерелмәһә лә, акцияны ойоштороусылар кешеләргә 125 грамлыҡ бер киҫәк арыш икмәге биреп, был тарихи ваҡиғаны онотмаҫҡа саҡырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) ҡалаһындағы дошман ҡамауында ҡалған халыҡтың фиҙаҡәрлеген – 900 көнгә яҡын аслыҡта, һыуыҡта, ауыр шарттарҙа йәшәп, һуғыш һынауҙарын үтеүен, Ленинградты ҡотҡарған Совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығын йәш быуын хәтерҙә тотһон, бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белһен ине.
Фотолар: социаль селтәрҙәрҙән.
Читайте нас: