Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Сентябрь 2019, 18:35

26 сентябрь – Салауат Юлаевтың Хәтер көнө

26 сентябрҙә Салауат Юлаевтың хәтер көнөндә Салауат Юлаевтың һәйкәле янында митинг һәм сәскәләр һалыу, Тәкәй ауылы ерендә поэтик флешмоб, Әлкә урта мәктәбендә билдәле шағирәләр Гөлфиә Юнысова, Лариса Абдуллина, яҙыусы-салауатсы Мираҫ Иҙелбаев, Салауат Юлаев варисы Виктор Хәкимов һәм “Йөрәк һүҙе” проект авторы Наилә Сәфәрғолова менән осрашыу ҡаралған.

26 сентябрҙә Салауат Юлаевтың Хәтер көнөндә Салауат Юлаевтың һәйкәле янында митинг һәм сәскәләр һалыу, Тәкәй ауылы ерендә поэтик флешмоб, Әлкә урта мәктәбендә билдәле шағирәләр Гөлфиә Юнысова менән Лариса Абдуллина, яҙыусы-салауатсы Мираҫ Иҙелбаев, Салауат Юлаев вариҫы Виктор Хәкимов һәм “Йөрәк һүҙе” проект авторы Наилә Сәфәрғолова менән осрашыу ҡаралған.


Шул уҡ көндө С. Юлаев музейында Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса зона конкурсы үтәсәк. Салауат районы данын район конкурсында еңеүселәр: 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең 4-се класы уҡыусыһы Радмир Кәнипов, Малаяҙ башҡорт гимназияһының 8-се класы уҡыусыһы Нил Бәширов, Мәсетле урта мәктәбенең 9-сы класы уҡыусыһы Заһит Вәлшин яҡлаясаҡ. Уңыштар һеҙгә егеттәр!
Быйыл тәүләп Салауат Юлаевтың 265 йыллығына арналған Малаяҙ ауылы – Тәкәй ауылы урыны – Аҙналы ауылы урыны – Йонос ауылы – Салауат (Иҙрис) мәмерйәһе – Әлкә ауылы автоуҙышы үтәсәк. Автоуҙыш район мәҙәниәт йорто майҙанынан 14.00 сәғәттә башлана. Ҡушылығыҙ!
Читайте нас: