Артур Әхмәтхановтың исеме мәңгеләштерелә
Был йәһәттән оҙаҡламай Өфө ҡалаһының Киров районында яҡташыбыҙ исемен йөрөткән урам барлыҡҡа киләсәк. Яңы урам “Амантай” урамына параллель урынлашып, “Генерал Рыленко”нан алып, “Фәйзи Ғәскәров” урамына тиклем һуҙыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры, яҡташыбыҙ Артур Әхмәтханов ҡаты ауырыуҙан һуң 14 майҙа мәрхүм булды. Ул енәйәт эҙләү оперуполномоченныйы вазифаһынан РФ Эске эштәр министрлығының төбәк идараһы етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үтте.
В Уфе появится улица имени уроженца Салаватского района Артура Ахметханова
Депутаты городского Совета приняли решение назвать одну из новых улиц в Кировском районе Уфы именем Артура Ахметханова, который был вице-премьером Башкортостана. Он ушел из жизни 14 мая этого года в возрасте 57 лет.