Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Сентябрь 2019, 18:45

Беслан фажиғәһе

Бөгөн – Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө 2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында террорсылар 1-се мәктәпте баҫып алып, өс көнгә яҡын 1 меңдән ашыу кешене миналар һалынған бинала аманатта тота. Теракт һөҙөмтәһендә 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы –балалар ("Википедия" мәғлүмәттәренән). Ошо тетрәндергес ваҡиғаға быйыл 15 йыл тулды.

Бөгөн – Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө


2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында террорсылар 1-се мәктәпте баҫып алып, өс көнгә яҡын 1 меңдән ашыу кешене миналар һалынған бинала аманатта тота. Теракт һөҙөмтәһендә 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – балалар ("Википедия" мәғлүмәттәренән). Ошо тетрәндергес ваҡиғаға быйыл 15 йыл тулды.


Сәскә гөлләмәһе тотоп,
Гөлдәй ҡыҙҙар, малайҙар

Ҡыуанышып, ҡанатланып,

Мәктәп юлынан атлайҙар.


Туған мәктәп балаларҙы

Ҡолас йәйеп ҡаршы алды.

Ул белмәй ине ниндәй ҡайғы

Тетрәндеререн Бесланды.


“Тыныслыҡ” һүҙен таҡтала

Аҡбур менән яҙған саҡта.

Мылтыҡ төбәп атты дошман,

Селпәрәмә килде таҡта.


Уҡыусыларҙың артына

Йәшеренгән ир-ҡатындар,

Нимә әйтә алыр ине

Әсә – сабыйлыҡ хаҡында?!


Әйтсе, Аллам, әйтсе, Тәңрем,

Шул буламы икән ирлек,

Бала йәндәрен аямай

Талап иткән булып “ирек”.


Йөҙҙәрен ҡаплап ҡаранан

Атҡарҙылар язаларын.

Ниндәй ғәйептәре бар һуң

Бер гонаһһыҙ балаларҙың?


Мәҡсүдә СӘЙФЕТДИНОВА.
Яхъя ауылы.

Һүрәттә: Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында ҡорбан булған балалар иҫтәлегенә ҡуйылған "Ҡайғы ағасы" ("Древо скорби") һәйкәле.
Читайте нас: